05.06.2019 Луиза Хәйруллинаның ҡайҙа икәнлеген белһәң, миллион һум аҡса бирәсәктәр!
Бының турала "Прямой эфир" программаһында Андрей Малахов белдергән.
Тапшырыуҙа Луизә һәм Марат Хәйруллиндарҙың туғандары, күршеләре, Башҡортостандан журналистар ҡатнашҡан. Күрше ҡатын белдереүенсә, ғаиләнең эҙһеҙ юғалыуына криминал ғәйепле, Хәйруллиндарҙың тере булмауы ла ихтимал.
Студияла эксперттар Луиза үҙенең ғаиләһе менән күптән сит илгә сыҡҡан тигән фекерҙә. Ни өсөн тигәндә урлашыу һәм ҡасып китеү яҡшы итеп әҙерләнгән булған.