05.06.2019 Өфөлә «Башҡортостандың студент һылыуҡайы» билдәләнде
Төп еңеүсе - Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты Алһыу Ҡурамшина. Ул гәүһәр менән биҙәлгән алтын биҙәүес, «Эпл» компанияһынан 300 мең һумлыҡ сертификат, Ҡазанға сәйәхәт, Pandora сәғәте, таж менән бүләкләнде һәм Башҡортостанды халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурстарында күрһәтеү мөмкинлеген алды.
Беренсе вице-мисс — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Мария Васильева, икенсе вице-мисс — Башҡорт дәүләт медицина университетынан Регина Хәкимйәнова.
Ҡатнашыусылар коктейль, туй һәм киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте, ижади номерҙар менән сығыш яһаны, бейене һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Шулай уҡ был кистә «Башҡортостандың уҡыусы һылыуҡайы — 2019» һайланды. Ул — Иглиндән беренсе класс уҡыусыһы Екатерина Дульдий. Ҡыҙыҡай таждан тыш, ювелир биҙәүестәр һатып алыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Конкурста бөтәһе 19 кеше ҡатнашты.