10.02.2011 Ильнур Буранбаевтың үлеме буйынса СКП 1 февральда эш асырға мәжбүр булды
Күп тапҡырҙәр гәзиттәрҙә һәм интернет-сайттарҙа, шул иҫәптән беҙҙең гәзиттә һәм сайтта, Ильнур Буранбаефтың фажиғәле һәләк булыуы тураһында яҙғандан һуң СКП РБ эш асырға мәжбүр булды. Иҫләүегеҙсә, прокуратура кешеләре үҙҙәренең сығышында хатта беҙҙең гәзиткә лә ишара яһай биреберәк ҡуйғайнылар, йәнәһе, бер ниндәй ҙә үлтереү булмаған, ҡайһы бер гәзиттәр үҙҙәрен пиарлау өсөн был мәсьәләне ҡуҙғаталар" тип. Ләкин беҙ Ильнур Буранбаевты үлтергәндәр тип бер нисектә әйтә алмайбыҙ. Уны тикшерер өсөн, иҫбатлар өсөн хөкүмәт органдары бар. Һәм был юлы ла бер фажиғәнең нисек килеп сығыуын асыҡлар өсөн эш асыу мөһимлеген аңғартабыҙ.
Әлбиттә, республикалағы булған фажиғәле хәлде бөтә Рәсәйгә еткереү беҙҙең бурысыбыҙ булып тормай. Властьлы органдарҙан ошондай ғейепләүҙә ишетергә тура килде. Ләкин, иптәштәр! Бындай хәлдәр шул көйө барһа, тағы нисә студенттың үлеме буласаҡ?! Ильнур менән булған хәлдән һуң Затонда шундай уҡ хәл булды, быныһы һеҙгә мәғлүмме?!
Ошо хәлдәрҙән һуң БГПУ, БГУ һәм башҡа республикабыҙҙың вуздарында һәм ятаҡтарында ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы?
Ошо арала беҙҙең журналистар ҙа ятаҡтарҙы йөрөп сығырға, ундағы ваҡиғлар тураһында мәғлүмәттәр йыйырға самалай.
һәм был мәғлүмәт сайтта асыҡтан-асыҡ баҫыласаҡ!