05.06.2019 Пакетлы сәй эсмәгеҙ!
Роскачество халыҡ араһында популяр булған япраҡлы һәм пакетлы сәйҙәрҙе тикшереп, ҡайһы берәүҙәрендә эсәк таяҡсалары, күгәргән сәй, пестицид тапҡан.
Эсәк таяҡсалары (кишечные палочки) нимә икәнен беләһегеҙҙер. Эксперттар 10 пакетлы сәйҙә шуларҙың бактериялары барлығын асыҡлаған. Alokozay, "Азерчай", "Золотая чаша", "Императорский", Riston, Gordon, Brooke Bond, Twinings, Richard, "Тот самый чай" - ошо исемлектә.
"Краснодарский" менән Dilmah пакетиктарында күгәргән сәй өлөштәре ятҡан.
Ә бына шундай пакетлы сәйҙәрҙә етешһеҙлек табылмаған: япраҡлы Akbar, Lipton, Milford, Basilur, Greenfield.
Әйткәндәй, пакетлы сәйҙәрҙең береһенә лә теләһә ниндәй үлән, буяу-фәлән ҡушылмай, ти белгестәр. Пакетты ҡайнар һыуға төшөргәс тә, ҡуйы төҫө сығыуы ул ваҡланған сәйҙең юғары экстрактивлығынан (сығышлы булыуынан тип аңларғалыр) икән.
Пакетлы сәй эсергә яратһағыҙ, абай булығыҙ, эсегеҙгә зарарлы таяҡсалар инеп китмәһен.