03.06.2019 Исемдәре ташҡа яҙылды
Ейәнсура районының Байыш ауылы биләмәһе халҡы өсөн оло ваҡиға булып үтте: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттарға, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл батырҙарына, Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа локаль конфликттарҙа үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташтарына таҡтаташ асылды.
Был мөһабәт монумент Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Ауыл биләмәһе халҡы был эштә үҙенең берҙәмлеген, уңғанлығын күрһәтһә, биләмә башлығы Ғәли Ғәлимйән улы үҙен оҫта ойоштороусы, арымай-талмай эшләүсе етәксе итеп танытты.
Ейәнсура районының Байыш ауылы биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына 481 кеше киткән. Уларҙың 291-е яу яланында ятып ҡалған. Уларҙың барыһының да исемдәре таҡтаташҡа яҙылған. Ауылдаштары шулай уҡ Чечняла һәләк булған, ике тапҡыр “Батырлыҡ” ордены кавалеры Илмир Рауил улы Мөхәмәтйәновты ла онотмай.