03.06.2019 Балалар өсөн йәйгелеккә ҡыҙыҡлы программа
Йәйәнән уҡ атҡанда кешенең 120 мускулы эшләй һәм мәргәндәр артрит, остеохондроздың ни икәнен дә белмәй. Балағыҙҙың һаулығын нығытырға теләйһегеҙ икән, был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.
Йәйге каникул ваҡытында балалар өсөн Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында йәйәнән уҡ атыу буйынса программа ҡаралған. Малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡ атырға ғына өйрәтеп ҡалмай, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәктәр, боронғо шөғөлдөң тарихы менән таныштырып, йәйә-уҡ яһау серҙәре менән бүлешәсәктәр. Йорт-музейҙың хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған программала хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләренә лә урын ҡаралған.
Был ҡыҙыҡлы дәрестәр төркөмдәр тупланыу әҙере башланасаҡ. Ғаризалар ошо телефон аша ҡабул ителә: 8 (347) 272-65-43.