31.05.2019 Ишембай районының Маҡар ауылында янғында өс кеше һәләк булған
30 май кискеһен янып киткән йортто һүндереүҙә өс берәмек техника һәм ете янғын һүндереүсе ҡатнаша.
Уларға Маҡар ауылы советының ирекле янғын командаһы ла ҡушыла.
Утты ауыҙлыҡлағас, йортта бер ир һәм ике ҡатындың кәүҙәләре табыла. Һәләк булыусылар - хужалар - ир менән ҡатын һәм уларҙың тыумыштан сирле ҡыҙы булып сыҡҡан.
Бөгөн ауылда ошо янғын буйынса БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сираттан тыш ултырышы уҙҙы.