04.06.2019 Балаҡатайҙар бүләк отто
«Аҙна һайын – бүләк» уйынына хаттар көн һайын күпләп килеүен дауам итә. Ташламалы хаҡҡа яҙылыу барышында халыҡ, мөмкинлекте файҙаланып, дәррәү генә итеп гәзитебеҙгә яҙылып ҡалды, ахыры. «Йәшлек»кә яҙылып өлгөрмәгәндәргә, киләһе ярты йыллыҡта ла дуҫтарыбыҙ исемлегенән төшөп ҡалмаясағығыҙға ышанабыҙ, тип өндәшәбеҙ.
Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияларының күсермәләрен ебәреүселәргә баҫмабыҙ шәп бүләктәр ҙә уйната. Кем белә, бензобысҡы, триммер, сепарат, ит үткәргес йәки сәй сервизына эйә булыуығыҙ ҙа бар.
Үткән аҙнаның еңеүсеһе – Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылынан С. МӨХӘМӘТШИН. Ул сәй сервизы отто. Ҡотлайбыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!