31.05.2019 ХУШЛАШҠАНДА
Бөгөн яҙ менән хушлашыу көнө. Иртәгә йәй етә.
Ошо айҡанлы Хәлиҙә апай ИШДӘҮЛӘТОВА шиғыр яҙған:
Хушлашҡанда яҙ көндәре менән,
Нимә әйтергә лә белмәйем.
Киләһе яҙҙа ла һәммәбеҙгә,
Осрашыуҙы бары теләйем.
Һау бул яҙым киләһе йылғаса,
Күрешербеҙ әле тағын да.
Эсер һыуҙар һыуһын ҡандырһындар,
Аш-һыуҙар мул булһын табында.
Аяҙ, тыныс торһон зәңгәр күк тә,
Һулар һауа булһын сафтан-саф.
Туған менән туған ай(ы)рылмаһын,
Ай(ы)рылмаҫтай тауҙа таштан таш.
Барыбыҙға оҙон ғүмер, һаулыҡ,
Тик бәхет өләшһен Хоҙайым!
Кисен ятып, иртән торғанда ла,
Аллаһымдан шуны һорайым.
Беҙ бит Әҙәм-Һауа балалары
Йәшәр өсөн ергә килгәнбеҙ.
Йәшәү хаҡы ҡыйбат икәнлеген,
Ергә килгәндә үк белгәнбеҙ.
Был донъяның белеп ҡәҙерҙәрен,
Дер һелкетеп йәшәп ҡалайыҡ!
Яҡты донъяның гүзәллегенә,
Күңел күҙе менән ҡарайыҡ!