30.05.2019 Әгәр ҡулығыҙға ялған аҡса эләкһә...
Бөгөн мутлашыусылар бик сос, саҡ ҡына аңғармай ҡалдыниһәгеҙ, ялған банкноталар һуҙырға әҙер генә торалар. Төп башығыҙға ултыртһалар, ни эшләргә һуң?
Белгестәр һеҙгә кәңәш бирә. Ялған аҡса менән магазинда иҫәпләшергә уйламағыҙ ҙа. Был – енәйәти ҡылыҡ. Белеп ҡалһалар, яуап бирҙертәсәктәр барыбер.
Шуны белегеҙ: әгәр магазинда тотолһағыҙ, һатыусы ла, башҡалар ҙа һеҙҙән ул аҡсаны алырға тейеш түгел. Ғөмүмән, аҡсағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ялған йә шикле аҡсаны банкка алып барырға кәрәк. Унда белгес тикшерәсәк. Ике данала справка ла яҙылырға тейеш. Береһе һеҙҙең ҡулға бирелә. Подделканы алыу тураһында банк полицияға хәбәр итә.
Ялғанлығы раҫланһа, йә уны юҡ итәләр йә “яраҡһыҙ” тип яҙып штамп һуғып һеҙгә ҡайтаралар.
Ялған аҡса алып, алданмаҫ өсөн мөмкин тиклем “безнал” (ҡулаҡсаһыҙ иҫәп) ҡулланығыҙ. Хәҙер карта менән бөтә ерҙә лә тиерлек иҫәпләшергә мөмкин.
Валютағыҙҙы обменниктарҙа түгел, ә банкта алмаштырығыҙ. Эре аҡсаны ла банкта ваҡлатығыҙ. Алынған аҡсаны урында ентекле тикшерегеҙ.
Алданмағыҙ, мутлашыусылар аҙым һайын!