30.05.2019 9 сентябрҙә, һайлау һөҙөмтәләре билдәле булғас, беҙҙә яңы тормош башланасаҡмы?
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Башлығын һайлау көнөн билдәләне.
Беҙ быйыл 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килеп, үҙ кандидатыбыҙ өсөн тауыш бирәсәкбеҙ.
Яңылыҡ та бар: һайлау учаскаларының эш сәғәттәре оҙонайҙы. Улар иртәнге 07:00 сәғәттән 21:00 сәғәткәсә асыҡ буласаҡ. Был һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн шулай эшләнде. Көҙ көнө баҡсала эш күп, килеп һайлап өлгөрә алмайбыҙ, тиеүселәргә, бына хәҙер өлгөрәсәкһегеҙ, тигән яуап был.
Әйткәндәй, әлегә Башлыҡ вазифаһына дәғүә итергә теләүселәр исемлеге билдәле түгел. Бөгөн республиканы етәкләгән Радий Хәбировтан тыш та, кандидаттар байтаҡ булыр, тип уйлайбыҙ.