30.05.2019 Милек һәм ер буйынса һалым ташламаһы
Күп балалы ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар һәм опекундар милек һәм ер һалымы буйынса һалым ҡайтармаһын (налоговый вычет) 2019 йылда уҡ аласаҡ.
Милеккә һәм ергә һалым буйынса һалым ҡайтармаһын өс һәм унан күберәк балиғ булмаған балаһы булған ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар, опекундар аласаҡ.
2019 йылдан башлап күп балалы ғаиләләргә физик заттарҙың милкенә һалым ҡайтармаһы буйынса һәр балаға фатир йәки бүлмәнең биш квадрат метры йәки торлаҡ йорттоң ете квадрат метры күләмендә бирелә.
Ер һалымы буйынса күп балалы ғаиләләр өсөн иҫәп-хисап участоктан 600 квадрат метрға һалым базаһын кәметә.
Һалым ҡайтармаһын бер объектҡа ҡарата ғына: бүлмә, фатир, йорт йәки ер участогы өсөн алырға була.
Ташламаға хоҡуҡлы шәхес һалым ташламаһы менән файҙаланыу менән файҙаланыу тураһында ғаризаны теләгән ысул менән ебәрә ала. РФ Һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет, һалым инспекцияһы бүлексәһе, күп функциялы үҙәк йәки почта аша башҡара ала.