29.05.2019 Республиканың ҡайһы райондарында йөрәк сирҙәренән үлем осрағы күп теркәлә?
Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һөйләне.
Йөрәк арҡаһында иң күп үлем осраҡтары 5 районда теркәлә. Шуларҙың тәүге баҫҡысын Ишембай районы биләй.
Икенсе урында — Ауырғазы районы.
Йөрәк – ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса күңелһеҙ исемлектең өсөнсө баҫҡысында Көйөргәҙе районы тора. Артабан Йылайыр, унан һуң Учалы райондары килә.