28.05.2019 Беҙҙе яңы ҡағиҙәләр буйынса дауалай башлаясаҡтар
Гипертониктарҙы һәм башҡа хроник сир менән ауырығандарҙы даими рәүештә медицина тикшереүен үтергә, табипҡа күренергә кәрәклеге тураһында иҫкәртеп торасаҡтар. Кеше үҙе һаулығына зарланмаһа ла.
Мотлаҡ медицина страховкалауының яңы ҡағиҙәләренә ярашлы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы поликлиникаларҙа профилактик йүнәлеште көсәйтә. Был ҡағиҙәләр бөгөн, йәғни 28 май, үҙ көсөнә инде.
Киләһе ике йыл эсендә диспансеризация үткәреп, Рәсәй халҡын тулыһынса тикшерәсәктәр. Тикшереү һөҙөмтәһендә һәр кемдең һаулыҡ төркөмө билдәләнәсәк. Әгәр ҙә хроник сир булыуы асыҡланһа, ул кеше диспансер күҙәтеүе аҫтында буласаҡ, һәм уны йылына бер нисә тапҡыр тикшереп торасаҡтар. Табипҡа күренергә, анализдар бирергә кәрәклеге тураһында медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полис биргән страховкалаусылар иҫкәртәсәк.
Шулай уҡ яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, әгәр дауалау сифатына, диагнозда шик тыуһа, кеше страховкалау вәкилдәре аша экспертизаға, телемедицина технологиялары ярҙамында юғары квалификациялы белгес менән кәңәшләшеүгә өмөт итә ала.