27.05.2019 1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап
Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр сәләмәт тормошто пропагандалаған "1000 велосипедсы көнө" үтте. Быйыл велопарадҡа тағы ла Салауат, Октябрьский, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы ла ҡушылды.
«Был сараны Рәсәйҙең төп спорт төбәге булараҡ үткәрәбеҙ. Беҙ – сәләмәт йәшәү яҡлы сәләмәт команда!», – тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. Шулай уҡ стартта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы, баш ҡаланың элекке мэры Ирек Ялалов ҡаршы алды.
Велоуҙышта ҡатнашыусыларға "матур номерҙар" һатыу иҫәбенә "Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" хәйриә проекты өсөн 85 мең һум йыйылды. Был аҡсалар физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тотоноласаҡ.
10 саҡырым араны колонна менән 12 мең кеше үтте. Шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа ике мең кеше ҡатнашты.