27.05.2019 Билалда "погран"дарға стела асылды
Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова хәбәр итә:
- Берәү, икәү, өсәү... биш... ун биш... - күпме һанаһам да осона сыға алманым. Ил сиге һаҡсылары ветерандары тантаналы маршта баҫып атлап килеүҙәре үҙе бер матур күренеш. Эргәлә торған малайҙар күҙҙәре янып, дәртләнеп китте. Арыраҡ ултырған инәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һоҡланыулы ҡараштары, бабайҙарҙың ҡаш өҫтөнә ҡулдарын ҡуйып һәр бер ир-егетте танырға тырышыуҙары, фотографтарҙың бер-бер артлы фото төшөрөүе, телевидение хеҙмәткәрҙәренең ил һаҡсыларынан һорау алыуы, арыраҡ мул табын артында ҡайнар самауырҙар боҫрап ултырыуы, йыр-бейеү - быларҙың барыһы ла байрамға йәм, дәрт, рух өҫтәне.
Стеланы асыу хоҡуғы ауылдашыбыҙ, Афған яуы ветераны, Сибай ҡалаһының "Барс" ойошмаһы етәксеһе Рәсүл Амановҡа һәм райондың "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров өлөшөнә төштө. Рәсүл ағай байрамға буш ҡул менән килмәгән. Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы бер ғаиләнән бер нисә егет ил сиге һаҡсылары булған. Ана шуларҙың ата - әсәләренә күстәнәстәр таратты.
Йәшел беретлыларҙың барыһына ла үҙ-ара татыу, көслө рухлы, тыуған ерҙәренә һәм халҡына тоғро булыуҙарын теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙам заттары ла тап ил сиге һаҡсылары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ!