24.05.2019 Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?
2020 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһен үтәү маҡсатында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу башлана. Программа ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота. Был аҡсалар ипотеканы ҡаплау, фатир һатып алыу өсөн тотонолорға тейеш.Проектта ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән. Әлегә « Ауыл уҡытыусыһы» программаһын камиллаштырыу бара. Ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал.
Уҡытыуыларҙың ғаризаларын РФ Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡараясаҡ.