24.05.2019 Учалыла законды ихтирам иттеләр
«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы законға ярашлы, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында республикала алкоголле эсемлектәр һатыу тулыһынса тыйылды. Быйыл 9-сы синыфтар өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" 23 майҙа үтте. ЕГАИС системаһы аша егерме бер районда закон үтәлмәй, алкоголле эсемлектәр һатылғаны билдәле булды. Ә Учалыла законды ихтирам иттеләр.
Учалы ҡалаһында алкоголле эсемлектәр һатылған сауҙа нөктәләренең ишегендә 23 майҙа "ҡоро закон" индерелеүе тураһында иғландар эленеп торҙо. Һәм, иң мөһиме, эсеп-боларып йөрөгән йәштәр күренмәне.
...Кисен урамда бер төркөм үҫмерҙәр осраны.
- Тапһағыҙ табығыҙ ҙа, тапмаһағыҙ... Һеҙ егетме-түгелме? - тине ҡыҙҙарҙың береһе осоноп.
- Һуң бер ҡайҙа ла һатмайҙар бит! - үҫмер егет ҡулдарын өҫкә күтәрҙе. - Ҡайҙан, һауанан, алайыҡмы инде?
- Алдан хәстәрләр инегеҙ! - тип ҡыҙ һаман егеттәрҙе ҡорсотто. - Ана, ун беренселәр һеҙҙең кеүек йоҡлап йөрөмәҫтәр әле.
Был һөйләшеүҙе ишетеп, кәйеф төштө. Ҡайһы бер балаларҙың аңы ағыуланып өлгөргән, һәм улар байрамды алкоголле эсемлектәрһеҙ үткәреүҙе күҙ алдына ла килтермәйҙәр түгелме? Ә кем ғәйепле быға беҙҙән, өлкәндәрҙән, башҡа?
Иртәгә тағы "Һуңғы ҡыңғырау". Ун беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре, үтә иғтибарлы булығыҙ балаларығыҙға - тормоштоң сираттағы баҫҡысына айыҡ килеш аяҡ баҫһындар!