23.05.2019 Аҡсаларының яртыһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ
Сит ил граждандары әллә законды белмәгәнгә һалышалар, әллә сик буйын тыйылған әйберҙе йәшереп тә үткәреп була, тип уйлайҙар.
Таможня контролен үткәндә Өфө аэропортында Бакуға осорға йыйынған бер пассажирҙың сумкаһында декларацияланмаған ҙур ғына суммала аҡса ятыуы асыҡланған. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә төргәкте табышырға Нэрика исемле Бельгия овчаркаһы ярҙам иткән. Удмуртстанда теркәлгән ир ҙур суммалағы аҡсаларын - 10 мең долларын(640 меңдән ашыу), 100 мең һум, 500 азербайжан манатын( әлеге курс менән 19 мең) декларацияламай ғына сик буйын үтергә булған. Таможня хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөргә тура килгән.
Хәҙер таможня ҡағиҙәләрен инҡар иткән был әҙәмгә ҙур ғына суммала штраф түләргә тура киләсәк. Суд ҡарары сыҡҡанға тиклем аҡсалары таможняның һаҡлыҡ камераһында һаҡланасаҡ.