22.05.2019 Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?
Чебоксар ҡалаһында йәшәүсе Семеновтар ғаиләһендә бер малай донъяға килгән. Ата-әсәһе уға Хан тип исем биргән. “Улыбыҙҙың балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә берҙән-бер исемде йөрөтөүен теләйбеҙ”, — ти ата-әсә.
Башҡортостанға килһәләр, Хан Семеновтың ата-әсәһе Батырхан, Тимерхан, Әмирхан, Ирхан исемдәренә ҡыҙышыр ине. Хан - ҡушма ялғау икәнен, уны башҡорттарҙа балаға оҙон ғүмер теләп йәки иң яҡшыһы, көслөһө булһын тип төп исемгә өҫтәүҙәрен белеп аптырар ине, шулаймы?