22.05.2019 Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ, тик...
Минималь хеҙмәт хаҡының күләме арта, ти, ишеттегеҙме? Ҡасан, ҡасан, быйыл түгел инде! Киләһе йыл да түгел шул! Теүәл 2021 йылдың 1 ғинуарынан, тип һөйөнсөләнеләр, шуға күңел күтәрелеп китте әле!
РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин Рәсәйҙең профсоюздар съезында шулай тип белдерҙе.
«2021 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланыусы кәрзине яңынан иҫәпләнәсәк. Ошоға бәйле хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләмен дә арттырасаҡтар. Ғөмүмән минималь хеҙмәт хаҡы стандарттары киләсәктә артыу йүнәлешен аласаҡ. Иң тәүҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡындағы үҙгәрештәрҙе ҡараясаҡбыҙ”, — тигән чиновник.
Топилин әйтеүенсә, Хөкүмәт был йүнәлештә РФ субъекттарын ҡаты контролдә тота.