21.05.2019 Реанимацияға инергә рөхсәт
Ошоға тиклем дауаханаларҙа ауыл хәлдә ятҡан пациенттар янына инергә табиптар рөхсәт итмәй ине.
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа « Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» законға төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Унда интенсив терапия палаталарында һәм реанимацияла ятҡан сирлеләр эргәһенә ата- әсәләренә, ғаилә ағзаларына инергә рөсәт биреү тураһында һүҙ бара. Реанимацияға инеү тәртибен РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшләйәсәк.