21.05.2019 Сит илгә сығыр өсөн йыйылған алиментын түләгән
Бурысың бар икән, сит илгә сыға алмайһың. Йыл башынан республиканың суд приставтары бурыслыларға сит илгә сығыуҙы тыйған 110 мең ҡарар сығарған. Дөйөм бурыс – 43 млрд. һум тәшкил иткән.
Закон алдында яуаплы икәндәрен белеп, бурыстарынан тиҙерәк ҡотолғандар бар. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһынан бер ирҙең 138 мең бурысы булған. Төркиәгә ял итергә барырға булғас, унан тиҙ генә ҡотола һалған.
Теләк кенә булһын, атайҙар барыбер түләйҙәр бит балаларына йыйылған алименттарын.