21.05.2019 Белгестәр килгәндә тикшерелеп ҡалығыҙ!
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Был проект ауыл халҡына медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге көндә Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйлап таралған 22 күсмә медицина модуле — биш автопоезд эшләй. Унда Сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле бар.
Медицина тикшеренеүе уҙғарғанда 24 меңдән ашыу кеше ҡаралған. Улар араһында 2 кешегә туберкулез, 17 кешегә шәкәр диабеты, 23 кешегә юғары ҡан баҫымы, киҫкен миокард инфаркты диагнозы ҡуйылған. 10 кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылып, артабан тикшеренеүгә ебәрелгән.