19.05.2019 "Тел бөтмәһә - ил бөтмәҫ!"
18 майҙа Альбина Муллағолова хәбәр итте:
Бөгөн бөтә донъя буйынса башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы үтте. Беҙ, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы башҡорттары ла саранан ситтә ҡалманыҡ, "Тел бөтмәһә - ил бөтмәҫ!" тигән девиз аҫтында диктант яҙырға барҙыҡ.
Сара Тыныслыҡ урамы 12 адресы буйынса үтте, текстты район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы Мостафина уҡыны.
Был акция башҡорт телен үҫтереүҙә һәм һаҡлап ҡалыуҙа, башҡорт теленә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуҙа ҙур өлөш индерә.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 60 меңләп халыҡ башҡорт үҙ телендә диктант яҙған, киләһе йылдарҙа күберәк булыр тип ышанып ҡалабыҙ.