17.05.2019 Иҫерек ҡыҙ полиция хеҙмәткәрен туҡмаған
Иглин районында кеше туҡмаған ҡыҙ полиция хеҙмәткәренә ҡаршылыҡ күрһәтеп, көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.
РФ Иглин районы буйынса Эске эштәр бүлегенә бер ир, туҡмап, өйөнән ҡыуыуҙары хаҡында хәбәр итә.
Баҡтиһәң, ир дуҫтары менән өйөндә эске ойоштора. Һүҙ артынан һүҙ китеп, ҡунаҡтар араһында бәхәс сыға. Артабан иҫереп алған 21 йәшлек ҡунаҡ ҡатын 22 йәшлек хужаны өйөнән ҡыуа башлай. Эш йоҙроҡҡа барып етә.
Бахыр ир тип әйтәһеңме инде, егетме, аптырап, полицияға шылтыратырға мәжбүр була. Ҡатын үҙен полиция бүлегенә алып килгәс тә тынысланмай. Һүгенә-һүгенә Алеся Әхмәтова атлы полиция майорына ташлана, ҡасырға самалай. Хатта полиция хеҙмәткәренең битенә, ҡулына бер нисә тапҡыр тондорорға ла өлгөрә.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле йыйылған материалдар ҡарар ҡабул итер өсөн тейешле органдарға тапшырылған