17.05.2019 Ә һеҙ “Стәрлетамаҡ” метеоритын беләһегеҙме?
Беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһын Рәсәйҙә яҡшы беләләрме икән? Өфөнөң ҡайҙа икәнен дә белмәүселәр бар. Ә бына һорауҙы икенсе төрлө итеп бирәйек: “Ә һеҙ “Стәрлетамаҡ” метеоритын беләһегеҙме?” 1990 йылдың 17 майынан 18-енә ҡарай төндә ҡаланан 20 саҡрым ситтәрәк 300 килограмлы метеорит төшкән.
Һөйләүҙәренсә, соҡорҙоң тәрәнлеге яҡынса алты метр булған. Тирә-яғы метеорит төшкәндең иртәгәһенә үк ныҡ ҡына тапалған, моғайын, халыҡ металл һыныҡтарын күп кенә ташығандыр.
Ғалимдар кратерҙа ҡеүәтле магнит аномалияһы барлығын теркәгән. Әле лә 2 – 2,5 метр тәрәнлектә метеорит өлөштәре ятыуы ихтимал. Уларҙың ауырлығы 100 килограмға етәлер, бәлки.
Йыһан ҡунағының бер һынығы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.