16.05.2019 Имтихандарға әҙерләүсе шпаргалкаларҙы тыясаҡтар
Роскомнадзор уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләргә ярҙам итеүсе мәғлүмәти материалдарҙы файҙаланыуҙы сикләйәсәк.
Тыйылған мәғлүмәттәрҙең берҙәм реестрына БДИ һорауҙарына яуаптар, контроль-үлсәү материалдары, шулай уҡ фәнде өйрәнмәйенсә генә имтихан тапшырыу алымдары һәм формалары хаҡында 59 сайт һәм уларҙың социаль сайттарҙағы төркөмдәре ингән.