16.05.2019 Тоҙһоҙ икмәккә өйрәнергә тура киләсәк
Тиҙҙән һатыуға тоҙ миҡдары аҙ булған икмәк сығасаҡ. Был ҡулланыусыларҙың баланс рационын
формалаштырыуға ярҙам итәсәк, ти белгестәр. Икмәкте көнөнә кәмендә 4 тапҡыр ҡулланалар, шуға күрә уның тоҙон кәметеү мөһим. Тоҙ күләме 15 процентҡа кәмейәсәк.
Әлегә 100 грамм икмәктә 1,1 грамм тоҙ бар. Яңы икмәктә ул 0,9 грамға ҡаласаҡ. Икмәктең тоҙһоҙлоғо уның тәмендә әллә ни беленмәйәсәк.