16.05.2019 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тураһында онотмағыҙ!
Халҡыбыҙҙы берләштергән, белемгә өндәгән был сара Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә бер үк ваҡытта — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Диктант үтәсәк төп майҙансыҡтар:
- Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 1-се аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 202-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 206-сы аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
Альтернатив майҙансыҡтар БДУ филиалдарында, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге мәктәп, училище-колледж, институт-университеттарында, китапханаларҙа булдырыла.
Баш ҡалабыҙҙа диктант яҙырға теләүселәргә, “Арт клубы” (Карл Маркс урамы, 37/1-се корпус, 310-сы кабинет), Территория 3000, “Ҙур Нәнәй” (Менделеев урамы, 134/7, 3-сө ҡат, А и Б инеү урыны), “Радость есть” кафеһында (Пушкин урамы, 94) майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн http://bashkdictant.ru/ сайты бар.