16.05.2019 Илештәр һәм ауырғазылар яҙғы сәсеүсе тамамлай!
Башҡортостандың Илеш һәм Ауырғазы райондары тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеүҙе тамамлай. Улар яҡшы һауа торошон тулы кимәлдә файҙаланып ҡалған һәм һәм культураларҙың һуңғы гектарҙарын сәсә.
Ямғырҙар башланғансы сәсеүҙе тамамлап, аграрийҙар һәйбәт шытымға иҫәп тота.
Ауырғазы һәм Илеш райондары ауыл хужалығы предприятиелары майҙандарҙың 94 процентында сәсеү эштәрен башҡарған, Ҡырмыҫҡалы, Кушнарен, Стәрлебаш һәм Саҡмағош райондарында баҫыуҙарҙың 11-15 процентында сәсергә ҡалған.
Дөйөм алғанда, республикала 1 миллион 434 гектар сәселгән, был — пландан 72 процент.