15.05.2019 Ҡайҙа тығалар һуң миллиардтарҙы?
“Черная дыра” йыһанда ғына түгел, Роскосмоста ла икән.
Тәфтиш комитеты унда һуңғы 5 йылда миллиардлап аҡса урлауҙарҙы асыҡланы.
Был турала Петербургта үткән Халыҡ-ара юридик форумда Тәфтиш комитетының етәксеһе Александр Бастрыкин хәбәр итте. Уның һүҙе буйынса, Роскосмос буйынса ведомство бер нисә йыл эшләһә лә, енәйәттең осо ла, ҡырыйы ла һаман күренмәй, сөнки унда тинләп түгел, миллиардлап урлайҙар.
Бөгөн Роскосмос менән бәйле яңы мәғлүмәт билдәле булды: йыһан приборҙарын төҙөү ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Юрий Яскин Рәсәйҙән тайған. Бәлки, әлегә йылы, мул урындан табан ялтыратмаҫ та ине, тик институтта дәүләт корпорацияһының эске аудит хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше башлаған шул.
Миллиардлап урлашҡастары, Рәсәйҙән сит илгә түгел, берәй планетаға ҡасһалар ҙа, аптырарлыҡ түгел. Анау ҡәҙәрем аҡса менән Венераны ла гөл-баҡсаға әйләндереп булалыр ул.