14.05.2019 Электрҙы һүндерергә ваҡыт етте
Рәсәй энергетиктарынан беҙгә йәйге бүләк. Юҡ, электр энергияһы бушлай булмаясаҡ. Әммә уны арзаныраҡ итергә тырышасаҡтар.
Нисекме? Экономиялап, әлбиттә. Белмәйбеҙ уныһын. Бынан ары белербеҙ. Электрҙы айырым бер график буйынса бирә башлаһалар.
Рәсәйҙең Берҙәм энергосистемаһының “Система операторы” диспетчерлығы документ әҙерләгән. Уға ярашлы, халыҡҡа энергияны айырым ваҡытта ҡулланырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, кеше күберәк көндөҙ электр менән файҙалана. Иртәнге һәм киске пик ваҡыты ла бар. Логик яҡтан уйлағанда, шулай булырға тейеш тә.
Энергетиктар, кеше электрҙы файҙаланыуҙы башҡа ваҡытҡа күсерһә,.. тигән һымағыраҡ тәҡдим әйтә. Йәнәһе, күпселек пик ваҡытында электр ҡулланһа, яңы станциялар ҙа күберәк кәрәгәсәк. Бының өсөн ҡулланыусыларҙан аҡса йыйыла. Шуға ла, әйҙәгеҙ, әҙерәк төндә лә бешеренәйек (пароварка, мультиваркаларҙа), кер йыуыу машинаһын төнгә ҡарай эшләтеп ебәрәйек, телевизорҙы ла төндә ҡарайыҡ, кис иртәрәк ятып йоҡлайыҡ та...
“Система операторы”, тәжрибә үткәреп ҡарайыҡ, ти. Сәғәтләп ҡулланыуға күсмәксебеҙ. Пилот проекттары әҙерләнә. Улар ошо йылдың июленән 2020 йыл аҙағынаса ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Әгәр ҙә мәгәр һеҙ йәшәгән төбәк ошо проектҡа ҡушылһа, иртәнге 8-ҙә йә киске 7-лә “былт” итеп утығыҙ һүнһә, аптырамаҫһығыҙ: һеҙҙең электр ҡулланыу ваҡыты бөтөп торасаҡ. Һыуытҡысығыҙ ҙа бер аҙ ял итер. Уның ҡарауы, электр иҫәпләүсе прибор ҡыуандырыр.
Шулай ҙа тәүҙә тәжрибәне офистарҙа үткәреп ҡараясаҡтар шикелле. Офис тулы компьютерҙар...