14.05.2019 Өфөлә бер педофил 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән
Ҡот осҡос енәйәт 13 майҙа көндөҙ «Спорт» туҡталышы янындағы йорт подъезында булған. Ҡыҙыҡай мәктәптән ҡайтып килгән, подъезға ингәс, уға бер ир һөжүм иткән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәт эше асҡан, ирҙе эҙләйҙәр. Бының өсөн педофилға 20 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.