14.05.2019 Артур Әхмәтханов мәрхүм булған
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәләрендә республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтхановтың вафат булыуы тураһында хәбәр итте.
«Ушел мой друг. Воин. Настоящий сын башкирского народа. Он тяжело болел. Бился до последнего», — тип яҙған Радий Фәрит улы.
Башҡортостанда тыуып үҫкән полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов былтыр 22 октябрҙә көс структуралары менән эш өсөн яуап биргән, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм мобилизация әҙерлеге менән шөғөлләнгән вице-премьер итеп тәғәйенләнгән ине. Быға тиклем ул шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләне, республика ЮХХДИ-һы менән дә идара итте.