13.05.2019 Тинлектәрегеҙҙе әйләнешкә ебәрегеҙ
Белгестәр бөтәһен дә һанаған: һеҙҙә, йәғни беҙҙә, кешеләрҙә һаҡланған тинлектәрҙең дөйөм суммаһы биш миллиард һумға етә.
Рәсәйҙең Үҙәк банкы бер һумдан да арзаныраҡ монета баҫыуҙан туҡтап тора. 50 тин, 10 тиндәр (унан да бәләкәйерәктәре – 1, 5 тиндәрҙе онотоп та барабыҙ шикелле) былтыр бөтөнләй һуғылмаған. Ә улар әйләнештә барыбер кәрәк.
50 тинлек әйләнештә – 3,6 миллиард, 10 тин 2,5 миллиард һум булған, 5 тин – 288,5, 1 тин 72,8 миллион һум тәшкил иткән. Банк белгестәре әйтеүенсә, ошо суммалар түләүҙәр өсөн еткән. Тик күп кенә тинлек кешелә һаҡлана, ә әйләнештә йөрөмәй.
Шуға ла Рәсәй банкы кредит ойошмаларына граждандарға аңлатыу эше алып барырға тәҡдим итә. Кеше тинлек тәңкәләрҙе кассаға тапшырһын йә иҫәпләшһен. Тинлек тиһәләр ҙә улар кәрәк, арзан нәмәләр етерлек әлегә.