13.05.2019 Республика баҫыуҙарының яртыһының күбеһе сәселгән
Бөгөнгә Башҡортостан аграрийҙары 1,2 миллион гектар майҙанда яҙғы культуралар сәскән. Был планға ҡарата 60% тәшкил итә. Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүҙең графиктан ике аҙнаға алдараҡ барыуы тураһында хәбәр итте. Илеш, Ауырғазы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Баҡалы райондарында сәсеү эштәре тамамланырға тора. Ә Учалы, Краснокама, Балаҡатай райондарында яңыраҡ ҡына сәсеүгә төшкәндәр.
«Иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе 25 майға тамамларға уйлайбыҙ, 10 июнгә тиклем ҡарабойҙай сәсеү тамамлана, ҡулайлы һауа шарттарына өмөт итәбеҙ», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Уның һүҙҙәренсә, республикала, субсидиялар һәм лизинг кеүек шарттар булдырылыуға ҡарамаҫтан, заманса сәсеү комплекстары етешмәй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр республика аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһына мохтаж икән, уны һатып алырға кәрәк.