13.05.2019 Сүп-сарға көсөбөҙ етерме?
Сүп-сар реформаһы бара. Тимәк, был эш буйынса ҙур йыйындар даими үтәсәк.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) буйынса эшләүсе төбәк операторҙары халыҡ-ара съезға йыйыла. Форум Өфөлә 16 - 17 майҙа эшләйәсәк. Сараны асыуға 16 тонналыҡ йөк тә әҙерләнгән. Мусоровозды, яңы типтағы контейнерлы МАЗ 6312С9 машинаһын, Эльбрус Ниғмәтуллин тартасаҡ.
"Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" булған милләттәшебеҙгә был ғына нимә инде ул! Булдырыр! Сөнки былтырғы йыйында ул 15 тонналыҡ йөктө һөйрәгән.
Баһадир әйтеүенсә, ул быйыл яңы ысул ҡулланмаҡсы. «Arm over Arm» техникаһы был. Эльбрус махсус беркетелгән ҡоролмала йөккә ҡаршы ултырып, автомашинаға бәйләнгән арҡанды тартасаҡ. Стронгмен башҡорт кейемендә булырға ниәтләнә.
Әйткәндәй, был - өсөнсө съезд. Унда ҡатнашыусылар әлеге реформаның проблемалы яҡтарын, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһын, 2020 йылға тарифтарҙы ҡараясаҡ.
Бынан тыш, Ишембай районында сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексын асыу ҙа күҙаллана.