13.05.2019 Полицияға мылтыҡ менән ҡаршы сыҡҡан
Оҙайлы ялдар психик яҡтан тотороҡло булмаған шәхестәргә кире тәьҫир итмәй ҡалмай. Мәҫәлән, Яңауылда бер кеше иҫерек килеш рулгә ултырып ала һәм ҡала буйлап кеше ҡурҡытып йөрөй. Битараф булмаусылар был хаҡта полицияға шылтырата. ППС патруле хеҙмәткәрҙәре әлеге водителдең машинаһы торғанын күреп, уның янына бара. Ә хоҡуҡ боҙоусы патрулгә ҡаршы мылтыҡ менән сыға. Егеттәр ҡурҡып тормай, бер аҙҙан иҫеректе ергә бөрөп тә һала.
30 йәшлек был ирҙең быға тиклем урлашҡаны, машинаны ҡыуып алып киткәне һәм һаулыҡҡа ауыр зыян килтергәне өсөн хөкөм ителеүе асыҡланған. Енәйәтсенең машинаһынан законһыҙ мылтыҡ һәм 64 патрон табылған.
Хоҡуҡ боҙоусыны мәлендә ҡоралһыҙландырып, ҡала халҡын оло хәүефтән ҡотҡарып ҡалыусы патруль-пост хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәсәктәр.