14.05.2019 Римма Амангилдина фотоһы менән – Бүздәк бренды
Бүздәк районы үҙәгендә сыҡҡан консерваларҙы күргәнегеҙ барҙыр. Соустар, аштар, һуттар, салаттар. Банкаларҙың тышындағы яҙыуында беҙгә бик тә таныш бер шәхестең фотоһы ла тора. Эйе, танылған йырсыбыҙ Римма Амангилдина – Бүздәк консерва комбинатының йөҙө. Был предприятие киләсәктә “Бүздәк” брендын үҫтермәксе.
Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә һаулыҡ һаҡлау һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағына ҡараған проекттар тикшерелде.
“Пищепром” йәмғиәте (үрҙә телгә алынған Бүздәк консерва комбинаты) федераль кимәлдәге бренд менән юғары технологиялы продукция етештереүҙе ойошторорға ниәтләй. Әле предприятиеның продукцияһы Рәсәйҙең 35 төбәгендә һатыла. Яңы проект буйынса етештереү һәм келәт майҙандарын 14 мең квадрат метрға еткереү, 1,5 мең тонна һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлағыс төҙөү, заманса ҡорамалдар алыу күҙаллана. Бынан тыш, 2022 йылға етештереү ҡеүәтен 3,5 тапҡырға арттырырға йыйыналар. Һалынасаҡ инвестицияның дөйөм суммаһы 365,7 миллион һум тәшкил итәсәк. 150-нән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Республиканың Инвестиция комитеты был проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтергә ҡарар итте.
“Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим ителгән тағы бер проект “СпецМедТехника” ғилми-етештереү үҙәгенеке ине. Унда реанимация өсөн дефибрилляторҙар уйлап табыу һәм сығарыу планы бар. Инвестпроект суммаһы – 128,8 миллион һум. 50 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.