13.05.2019 Новосибирск ҡалаһында Сталинға һәйкәл ҡуйылған
Себерҙең иң ҙур ҡалаһында Сталинға һәйкәле мәсьәләһе буйынса бәхәс оҙаҡ йылдар барҙы. Ҡалала буласаҡ һәйкәлгә ҡаршы петиция ойошторолоп, 11 меңдән артыҡ ҡултамға ла йыйылғайны.
Инициатив төркөмдөң башлығы Алексей Денисов әйтеүенсә, либералдар һәм антисоветсыларҙың аяҡ салып маташыуына ҡарамаҫтан, улар маҡсатына ирешкән. Һәйкәл өсөн аҡса йыйыуға башҡа төбәктәрҙән дә ҡушылғандар – сумма пикеттарҙа, митингтарҙа һәм интернет аша йыйылған. Бюст, “бөтә милләттәр атаһына” үпкәһе булған кешеләрҙең хистәрен йәберһетмәҫ өсөн ҡаланың йәмәғәт урынында түгел, ә КПРФ обкомы биләмәһендә урынлаштырылған.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Новосибирск мэры Анатолий Локоть сығыш яһаған.