11.05.2019 Ысын көрәш бара, шикелле
Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Был юлы тыйыу-сикләүҙәр барҙарға килеп етте.
Күп бар һәм "рюмочный"ҙар торлаҡ йорттарҙың бер мөйөшөндә йә тәүге ҡатында урынлаша. Торлаҡ йорт икән, тимәк, берәүҙәр барҙа ултырғанда, икенселәр ял итә йә йоҡлай. Ә барҙағылар, "ҡыҙып алғас", тауышлана йә музыканы көслөрәк ҡуйыуҙы талап итә башлай.
Шуға ла алкоголь һатыуҙы сикләргә булғандар. Сәғәт 23:00-дән алып иртәнге 8:00-гәсә спиртлы эсемлектәр һатырға рөхсәт итмәйәсәктәр.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев аңлатма биреүенсә, күпселек бар тәүлек әйләнәһенә эшләй, эсергә яратыусылар шунда йыйыла, шунда уҡ криминоген хәл-торош хасил була. Кешегә ҡамасаулайҙар. Етмәһә, балалар уйын майҙансыҡтары ла яҡын.
Алкоголь һатыуҙы сикләү буйынса эштәр дауам итәсәк әле. Халыҡты тамам айнытырға ла, әҙәмсә йәшәй башларға ваҡыт.