10.05.2019 Табиптарға - бер миллион һум
Башҡортостандың ҡайһы бер табиптарына бер миллион һум компенсация түләнә.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ (7 майҙағы 278-се ҡарар) баҫылып сыҡты.
Һүҙ ауылға, ҡасабаға йә халҡы 50 меңгә тиклемге ҡалаға эшкә килгән табиптар тураһында бара. Уларҙың 50 йәшкә тиклем булыуы һәм үрҙә һаналған тораҡ пункттарға 2012 йылдан һуң барыуы шарт.
Әйткәндәй, ҡарарға ярашлы, йыл буйынса аныҡлабыраҡ киткәндә, 2012 - 2014 йылдарҙа барған 35 йәшкәсә медицина хеҙмәткәрҙәре, 2015 йылда 45 йәшкә тиклемгеләр, 2016 йылдан һуң 50 йәшкә тиклемгеләр компенсацияға дәғүә итә ала.