09.05.2019 "Хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек!"
Баймаҡ районының Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова хәбәр итте:
Һәмән ауылында "Хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек!" исемле байрам үтте. Бында һуғыш ветераны Әбүзәр Ишморатов һәм тыл ҡаһармандары Зөһрә Әминева, Мәхмүзә Асҡарова, Мәхмүзә һәм Вәлиулла Боҫҡоновтар, Зөһрә Һибәтуллина, Шәрифйән Исхаҡов йәшәй.
Сарала беҙҙең атыр таңдарыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын өсөн яу яландарында башын һалған, яуҙа алған яраларынан мәрхүм булған ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә обелискка венок һалынды.
Һуғыш һәм тыл батырҙарын Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров, ауыл старостаһы Зәйнулла Әминев ҡотланы. Мәктәп уҡыусылары музыкаль сәләм тапшырҙы.
Мул табын ҡороп, һалдат бутҡаһы бешереп ашатҡан ауылдың ҡатын - ҡыҙҙары Фәһимә Һибәтуллина, Айгөл Сафина, Нәйлә Вәлишина, Ғәлиә Асҡарова, Илүзә Аҡназарова, Фирдәүес Ырғызбаева, Нурзиә Йәнғилдина, Альбина Йәнгилдиналарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ил - йортобоҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, башҡа бер ваҡытта ла ер йөҙөндә һуғыш булмаһын, балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын!