09.05.2019 "Үлемһеҙ полк"та - Ғабдрахман Рәсүлевтың портреты
“Үлемһеҙ полк” буйлап дин эшмәкәре Ғабдрахман Рәсүлевтың портретын тотҡан ир-атты ситләп уҙа алманым:
—Һеҙ уның ейәне булаһығыҙмы? — тип һораным.
— Юҡ, — тине ир, йылмайып.
Айҙар Сафин “Өфөводоканал” ойошмаһында слесарь булып эшләй. Ул дин менән ҡыҙыҡһына. Башҡорт дин эшмәкәре, мөфтөй, 1936—1950 йылдарҙа ДУМЕС дини идаралығының рәйесе Ғабдрахман Зәйнулла улының портреты менән барыуын ир түбәндәгесә аңлатты:
— Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу көндәрендә Ҡыҙыл Армияны яҡлауын белдереп И. В. Сталинға мөрәжәғәт итә, яңы танк колоннаһын йыйыу өсөн мосолман йәмғиәтендә аҡса туплай. Ғабдрахман Рәсүлев 1942 йылда барлыҡ СССР мосолмандарының герман фашизмына изге һуғыш иғлан итеүенең башында тора. Был хаҡта рәсми документ та төҙөлә. Диндарҙың әүҙемлеге дин өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен “йомшартыуға” булышлыҡ итә.
Айҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары юҡ түгел. Әлшәй районының Үрге Хәжәт ауылынан Мөхәмәтйәровтар ғаиләһенән һигеҙ ул яуға китеп, уларҙың бишәүе һуғышта башын һалған. Ағайлы-ҡустыларҙың икәүһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән була. “Олатай – бабайҙарым менән ғорурланам һәм уларҙың ҡаһарманлығы алдында бай эйәм”, — ти ир.