09.05.2019 Башҡортса портреттар шунда уҡ күҙгә салынды
“Үлемһеҙ полк”та башҡортса портрет тотҡан кешеләр шунда уҡ күҙгә салынды. Баҡһаң, был Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың ғаилә ағзалары икән.
— Еңеү байрамын ҡаршы алырға дүртәүләп — улдарым Артур, Урал, ейәнсәрем Зарина менән сыҡтыҡ. Мин атайым менән әсәйемдең портреттарын тотҡанмын. Улар - Аҙнағол һәм Хөмәйрә Юнысовтар. Атайым 2-се Украина фронты сафында фашистарға ҡаршы алышҡан. Ул пулеметсы булған. Һуғышта ауыр яралар алған ине – ҡулбашы, аяғы һыҙлауынан төндәр буйы ыңғырашып сыҡҡанын хәтерләйем. Ауырыйым, һыҙланам, тип бер ҡасан да тик ятманы. Таң һарыһы менән колхозға малсылыҡ эшенә сығып китә торғайны. Ә әсәйем — тыл ветераны. Ул механизатор булып ал-ял белмәй тир түкте, — тип ғорурланып һөйләне Гөлфиә апай.