09.05.2019 Шатлыҡлы ла, һағышлы ла байрам
Бөйөк Еңеүҙең 74-се йыллығын ҡаршылау Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ”Мәңгелек ут” ҡа тантаналы сәскә һалыуынан башланып китте. Еңеү паркында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндары аҫтында ветерандар, хәрбиҙәр, депутаттар һәм теләгән һәм кем яуҙа башын һалған һалдаттарға баш эйҙе. Бер аҙҙан байрам парады башланып китте. Оркестр сығышы аҫтында 1300 хәрбиҙән торған парад менән полковник Кәрим Иҙрисов етәкселек итте, ә полковник Сергей Порохня парадты ҡабул итте. Төрлө хәрби подразделениеларҙың: һалдаттар, полицейскийҙар, курсанттар, кадеттар һәм башҡаларҙың коллоналарҙа төп-төҙ баҫып үтеүе үҙе бер һоҡланғыс күренеш ине. Барыһына ла тәтемәй бындай хөрмәт, ғәҙәттә, Еңеү парады сафына баҫып маршта үтеүгә тик хеҙмәт алдынғылары, уҡыу отличниктары ғына лайыҡ була. Уларҙың артынан хәрби техника һуҙылды: дошмандың ҡотон алған легендар Т-34, бронетранспортерҙар һәм башҡа. Парадта ҡатнашыусыларҙың формаһы ла һуғыш йылындағы хәрби кейемгә оҡшағайны. Йыйылған халыҡтың күбеһе “Быйылғы Еңеү парады башҡаларға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Барыһы ла бурысына намыҫлы ҡараған!”, — тиеште. Радий Фәрит улының ветерандарҙы, ҡунаҡтарҙы һәм йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлауынан һуң “Бер минутлыҡ тынлыҡ” бөтә республика акцияһы иғлан ителде.
Артабан "Үлемһеҙ полк", "һалдат бутҡаһы" акциялары, концерт менән байрам дауам итте.