09.05.2019 Радий Хәбиров та "Үлемһеҙ полк"та ҡатнашты
“Үлемһеҙ полк”ты уйлап тапҡан кешеләр күпме сауаплы эш башҡарҙы! Йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, тереләр менән бергә майҙан буйлап атлай! Был акция ярҙамында һәр кем йөрәге ҡушыуы буйынса ата-олатаһының портретын тотоп байрамға килә. Ғорурлыҡ һәм һағыш тойғоһо менән берҙәм оло сафта үтә. Бының өсөн махсус рәүештә Еңеү көнөндә Мәскәүгә барып, йәки Өфөгә килеп “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара.
Радий Хәбиров та, олатаһы Барый Хәбировтың фотоһын тотоп, ошо сафҡа ҡушылды. “Барый Латип улы бар һуғышты үткән, Еңеүҙе Монголияла ҡаршылаған”, — тип һөйләне ул үҙенең ҡәҙерле кешеһе хаҡында. Акция ваҡытында халыҡ менән иркенләп аралашты, бергә фотоға төшөргә теләүселәрҙән һис тә баш тартманы.