08.05.2019 Кальянды ла тыясаҡтар
Федерация Советының бюджет комитеты рәйесе Сергей Рябухин кальянды тәмәкегә тиңләргә һәм был өлкәлә лә тәртип урынлаштырырға кәрәк, тигән.
Әлегә Рәсәйҙең контрафакт баҙарында кальян тәмәкеһенең күләме ҙур ғына. Был проблема кешеләр һаулығына ла, бюджетҡа ла зыян килтерә, тип белдерҙе сенатор. Бер яҡтан тәмәкеселәр өсөн контрабанда кальян ҡатнашмалары зарарлы булһа, икенсенән, бюджет был акциздан етерлек килем алмай.