07.05.2019 13-19 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы үтә.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы быйыл да "Ғаилә - изгелек бумерангы" тигән проект иғлан итте.
Акция бөтә ҡала һәм райондарҙа ойошторола. Яңы һәм ҡулланыуҙа булған балалар йыһазы, уйынсыҡтар, коляска, велосипед, сана, атлап йөрөү өсөн ҡулайламалар, шешәләрҙе стерилләү өсөн аппараттар йыйыла. Улар мохтаж ғаиләләргә тапшырыла, етерлек күләмдә йыйылғанда иһә һәр теләгән ғаиләгә ваҡытлыса ҡулланыуға биреләсәк. Балалар өсөн был әйберҙәрҙе республиканың "Ғаилә" үҙәгенең бөтә бүлексәләренә тапшырырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 13-19 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы үтә.
13 май - "Ғаилә - изгелек бумерангы" старт ала.
14 май - Файҙалы кәңәштәр марафоны үтә. 8-800-347-5000 номеры буйынса шылтыратып, психологтарға балаларҙы тәрбиәләү, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин.
10.00-12.00 Дербенко Наталья Георгиевна (балалар психологы);
12.00-14.00 Лялина Евгения Владимировна (балалар, ғаилә психологы);
14.00-16.00 Тагамлицкая Мария Ивановна (клиник психолог, коуч);
16.00-18.00 Мостафин Искәндәр Артур улы (педагог-психолог, ғаилә медиаторы).
15 май - "Бәхетле сәғәт" республика акцияһы. Халыҡ-ара ғаилә көнөндә ғаиләле хеҙмәткәрҙәргә эш көнө бер сәғәткә кәмей.
16 май - "Ата-әсәйҙәр рулдә" республика акцияһы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән волонтерҙар балаларын автомобилдә йөрөткән водителдәргә иҫтәлекле стикерҙар тапшырасаҡ ("В машине ребенок!") һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында иҫкәртәсәк.
17 май - "Әсәлек - таланттарҙы аса" күргәҙмәһе. Ауырлы саҡта, декретта ултырғанда һүрәт төшөрә башлаған әсәйҙәрҙең эштәре күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ, теләүселәргә рәсем төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.
18 май - "Осрашыу урыны - "Ғаилә" үҙәге" республика акцияһы. Халыҡты "Ғаилә" үҙәктәренең эше менән таныштырыу.
19 май - "Ғаилә пикнигы" интернет-конкурсы. "Вконтакте" йәки "Инстаграм"да ғаиләнең тап 19 майҙа (2019 йыл) тәбиғәт ҡосағында ял иткәнен күрһәткән фотография ҡуйырға кәрәк - мотлаҡ #Семейный_пикник2019 тигән хэштег менән. Еңеүсе "лайыҡ"тар һәм рандом программаһы буйынса билдәләнеп, иҫтәлекле бүләк аласаҡ.